Интернет селтәрендә ҡыҙыҡлы бер проект күҙгә салынып ҡалды. “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” тип атала ул. Идея авторы – Стәрлебаш районында тыуған уҙаман, фән кандидаты, ғүмере буйы үҙен белем алған һөнәренә бағышлаған нефть-химия тармағы белгесе Наил Мәхмүтов. Документалистика уның өсөн мауығыу ғына булған, әммә тора-бара был өлкә лә уны үҙенә йәлеп итеп, ун бер йыл эсендә “Яҡташтар” проектына ярашлы 13 китап сығарыуға өлгәшкән. Араларында йәшлек йылдарына, комсомол ойошмаларына, төҙөлөш отрядтарына, хатта Юрий Шевчукка арналғаны ла бар. Ә нисек рәссамдар донъяһына ылығып китеүе хаҡында Наил Мәхмүтов әңгәмә барышында һөйләр.
– Бала саҡтан оҡшай ине миңә һынлы сәнғәт донъяһы, әммә, икенсе өлкәлә эшләү сәбәпле, уға әллә ни иғтибар ҙа итеп бөтмәгәнмендер. Ә бит Башҡортостандың хозур тәбиғәтенә, уны һынландырған рәссамдарҙың эшенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ошо рәүешле беҙҙең ерлектә тыуған оҫталарҙың ижад өлгөләрен халыҡҡа еткереү идеяһы уянды. Өҫтәүенә был эштәрҙе бер майҙанда сәнғәт һөйөүселәргә лә еткерергә була бит. Замана шарттарына ярашлы, ошо рәүешле artrb.ru сайты барлыҡҡа килде. Унда рәссамдарҙың эштәре урынлаштырылды. Һәр кем үҙе лә ҡуя ала, сөнки сайт асыҡ форматта. Башҡортостан рәссамдарының халыҡ рейтингын билдәләү ҙә тап шунда бара. Был ниндәйҙер коммерция проекты түгел, беҙҙең партнерҙар – рәссамдар үҙҙәре. Әгәр инде уларҙың кемеһелер яҡты донъянан киткән икән, вариҫтары беҙгә ярҙам итә ала. Бергәләп атҡарырға ниәтләйбеҙ был эште.
– Конкурс әле ни рәүешле бара?
– Рәссамдарҙың китабын сығарыу ята был проект нигеҙендә. Уны башлағанда Башҡортостандың төрлө һөнәр эйәләре, төрлө тармаҡта эшләгән белгестәре миңә шулай ихлас ярҙам итер тип уйламағайным да. Был осраҡта башҡаларҙың һынлы сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәте хаҡында әйтергә теләйем. Нигеҙендә яҡташ рәссамдарҙың ижадын пропагандалау маҡсаты ятҡан был конкурс күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Интернеттың мөмкинлектәрен файҙаланып, беҙҙең оҫталарҙы, уларҙың эштәрен, ошоноң аша тыуған яҡ тәбиғәтен республиканан ситтә лә таный башларҙар, һоҡланыуҙарын белдерерҙәр, тип өмөт итәм.
Йәштәр күңелендә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә лә был сара йоғонто яһар, моғайын: һүрәттәрҙең күпселегендә – Башҡортостан тәбиғәте, ошо ер кешеләре, уларҙың кисерештәре. Тыуған яҡтан да гүзәлерәк төбәк юҡлығын һәр кем белә, һәм был хаҡта һынлы сәнғәт әҫәрҙәре аша ла әйтергә бурыслыбыҙ. Беҙҙең рәссамдарҙың иң талантлыһы икәнен күмәкләп иҫбатлаясаҡбыҙ. Бындай ерҙә бары тик шағирҙар, йырсылар, рәссамдар ғына тыуа ала! Юҡҡа ғына Өфөлә донъяға билдәле яҙыусылар, музыканттар, ҡылҡәләм оҫталары тыумаған бит!
– Конкурс булғас, еңеүселәре лә булырға тейеш бит?
– Был осраҡта беҙ ниндәйҙер ҡаршылыҡты, авторҙарҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуйыуҙы, ғәҙел булмаған ысулдар менән тауыш биреүҙе күҙ уңында тотмайбыҙ. Киреһенсә, дуҫтарса фекер алышыу, хатта рәссамдарҙың бер-береһенең эштәрен баһалауы, ижад аша бер-беребеҙҙе үҫтереү мөһим. Уйлап ҡараһаң, беҙ бит бергәләп ошо Ер шарында ижад итәбеҙ, уны матурларға, күркәмерәк итергә тырышабыҙ.
Алда әйткәнемсә, “Башҡортостандың яратҡан рәссамдары” проекты һуңында китап сығарыласаҡ. Унда исемдәре билдәлеләрҙең генә түгел, башлап ижад итеүселәрҙең дә күңел емештәре инәсәк. Заманса сәнғәт төрҙәре лә – стрит-арт, инсталляция, перфоманс кеүек йүнәлештәге эштәр буласаҡ. Һәр кем һүрәтен сайтҡа үҙе инеп тә ҡуя ала. Ойоштороу комитеты тарафынан эштәр тупланғас, тауыш биреү башланасаҡ. Әле апаруҡ ҡына рәсем йыйылды. Һәр оҫта биш эшен тәҡдим итә ала. Сайтҡа ингәндәр һүрәттәргә баһа бирәсәк, бынан тыш, танылған эксперттар комиссияһы әҫәрҙәрҙең сәнғәти кимәлен, юғарылығын да баһалаясаҡ. 1 июндән 1 октябргә тиклем дауам иткән сарала социаль селтәрҙәр аша ла һәр кем ҡатнашып, үҙенең ҡарашын белдерә ала.
Әйткәндәй, Интернет менән файҙалана белмәгән авторҙарға проекттың башынан аҙағына тиклем республика төҙөлөш отрядтары хәрәкәте белгесе Ирина Сухарева һәм был эшкә йәлеп ителгән студенттар ярҙам итәсәк.
– Номинациялар ҡаралғанмы?
– Эйе, әлбиттә. Профессионалдар – “Оҫталар”, формаль булмаған йүнәлештә ижад иткәндәр – “Перфоманс”, махсус белем алмағандар “Аҫылташ” номинацияһында ҡараласаҡ. Ай һайын һөҙөмтәләр күрһәтелеп барасаҡ.
Унан тыш, теге йәки был оҫтаның ижадын баһалаусылар айырым билдәләнәсәк. Иң шәп комментарий, пост, мәғлүмәти материал, видеоклип, йыр проект авторҙары тарафынан бүләкләнә. Рәссамдарға бағышлап йыр яҙыусылар ҙа бар: мәҫәлән, Сергей Круль йыр ижад итте. Конкурс һуңында сыҡҡан китапҡа иң шәп 50 рәссам хаҡында очерк яҙыласаҡ, ә еңеүселәрҙе, әлбиттә, бүләктәр көтә. Сараны Йәштәр һарайында матур байрам менән 21 октябрҙә тамамлап ҡуйырға уйлайбыҙ.
– Ә рәссамдар үҙҙәре нисек ҡарай был конкурсҡа?
– Ыңғай. Башҡорт һынлы сәнғәтен пропагандалаған проектты улар ҡеүәтләне. Мәҫәлән, билдәле рәссам Рәсих Әхмәтвәлиев әйтеүенсә, төрлө күргәҙмәләрҙән, рәсми сараларҙан тыш, был конкурс бөтөнләй башҡа аудиторияны ла туплауы ихтимал. Социаль селтәрҙәр аша Башҡортостан рәссамдарының эше менән башҡаларға ла танышыу мөмкинлеген булдырыуҙы ла хуплай.
Унан тыш, Башҡортостандың Рәссамдар союзы ла ярҙам ҡулы һуҙҙы. Улар был донъянан киткән оҫталарҙың эшен, фоторепродукцияларҙы сайтҡа ҡуйып барасаҡ. Йәнә лә союз етәкселеге эштәрҙе баһалаған эксперт советы составына инде. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты деканы Тәлғәт Мәсәлимов, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының художество факультеты деканы Әмир Мәжитов, М. Нестеров исемендәге Башҡорт художество музейы директоры Айрат Тереғолов, “Ала ҡарға” клубы президенты, Нефть-химия эшкәртеү институты директоры Эльшад Теляшев – эксперт комиссияһы ағзалары.
– Рәссамдарға, һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһыныусыларға әйтер һүҙегеҙ барҙыр?
– Хөрмәтле ҡылҡәләм оҫталары, мин һәр саҡ һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә һоҡланыу менән ҡараным. Беҙҙең махсус порталға инеп, үҙегеҙҙең һүрәттәрегеҙҙе тәҡдим итеү мөмкинлеге бар. Ә инде кем рәсем донъяһы менән ҡыҙыҡһына, улар үҙҙәренә оҡшаған, күңеленә ятҡан һүрәткә “лайыҡ” ҡуя ала. Тауыш биреүҙә рәсемдәре алға сыҡҡандарҙы, йәғни “Башҡортостан рәссамдарының халыҡ рейтингы” проектында еңеүселәрҙе, бүләктәр көтә. Әлбиттә, һәр кем аңлап тора: иң ҙур баһа – ул халыҡ таныуы, ижадығыҙҙы яратыуы.
– Бонустар хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер…
– Ошо беҙҙең проектты ҡеүәтләүселәр өсөн махсус рәүештә бонустар уйлап таптыҡ. Йәғни, алда әйтеп киткәйнем бит әле, “лайыҡ” ҡуйыу, пост яҙыу, фекерең менән уртаҡлашыу хуплана тип. Бына шулар хаҡында ентекләберәк аңлатырға уйлайым. Мәҫәлән, рәссамдар хаҡында йыр яҙғандарға “Арсенал” музыка ҡоралдары магазины гитара бүләк итә. Бер нисә ресторан ике кешелек романтик киске аш табыны өсөн сертификат тәҡдим итә. Теләгән ваҡытта барып, тәмле аштарҙан ауыҙ итеп килергә була. “Клиника “А” поликлиникаһы бушлай медицина тикшереүе үтеү өсөн сертификат бирә. “Ультра” кинотеатрына бушлай сеанстар, Квестҡа – аҡыл уйындары майҙанына – сертификат та бар. Ана шулай ҡыҙыҡһындырыу, эшкә йәштәрҙе лә, өлкәндәрҙе лә йәлеп итеү, Башҡортостан рәссамдары хаҡында йышыраҡ һөйләү өсөн уны пропагандалаусылар араһында ла үҙенсә ярыш ойошторҙоҡ. Спортҡа әүәҫтәр беҙҙең оҫталарҙы танытыуға иғтибар бүлһә, уларға Парашют спорты федерацияһы парашюттан бушлай һикереү ойошторасаҡ. Өфө өҫтөнән түләүһеҙ осоп йөрөү мөмкинлеген бирергә теләүселәр ҙә бар. Бары тик ҡатнашығыҙ, рәссамдар хаҡында яҙығыҙ, ижад итегеҙ, уларҙы ҡеүәтләгеҙ, ә бүләктәр хужаһын оҙаҡ көттөрмәҫ.
Автор: Лариса АБДУЛЛИНА
Источник: газета «Башкортостан»